+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2021, 21:52

Әсәйҙәргә тәмле бүләктәр

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Ағиҙел ҡалаһы мәктәптәре “Яратҡан кешеләремә иртәнге аш” #ЗавтракДляЛюбимых Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Технология дәрестәрендә уҡыусылар һөйөклө әсәләренә, өләсәләренә, апайҙарына байрам ризығы әҙерләне. #ЗавтракДляЛюбимых #8марта

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Ағиҙел ҡалаһы мәктәптәре “Яратҡан кешеләремә иртәнге аш” #ЗавтракДляЛюбимых Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Технология дәрестәрендә уҡыусылар һөйөклө әсәләренә, өләсәләренә, апайҙарына байрам ризығы әҙерләне.
#ЗавтракДляЛюбимых #8марта
Акцияла Ағиҙелдең ике мәктәбе ҡатнашты. Башҡорт гимназияһында технология уҡытыусыһы Лениза Фәтхетдинова 5 класс уҡыусыларына йәшелсәләрҙән аҙыҡ-түлекте биҙәү ысулдарын күрһәтте. Ҡыҙҙар ҡыяр һәм помидорҙан тәмле сәскәләр эшләргә өйрәнде.
2-се мәктәптең технология уҡытыусыһы Резеда Фәррәхова 7А синыфы ҡыҙҙары өсөн еңел желе әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Дәрес һуңынан өйгә эш бирелде. Уҡыусылар ҡайтҡас әсәйҙәренә сюрприз эшләп, бер минутлыҡ видеояҙма төшөрөргә һәм уны #РШД #8марта #ЗавтракДляЛюбимых хэштегтары менән “Бәйләнештә” селтәрендәге үҙ сәхифәләренә ҡуйырға тейеш ине. Тағы ла ршд.ру сайтында ҡатнашыу өсөн ғариза тапшырып, анкета тултырырға, видеояҙмаға һылтанма бирергә кәрәк.
Фото “Огни Агидели” гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: