+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2021, 22:15

Сәскә гөлләмәләре һеҙгә, гүзәл заттар!

8-се март байрамы уңайынан бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры алдындағы майҙанда ир-егеттәр гүзәл заттарға сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.

8-се март байрамы уңайынан бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры алдындағы майҙанда ир-егеттәр гүзәл заттарға сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.
Яҙғы кәйеф тыуҙырыусылар, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Салауат Нурисламов, Дмитрий Гусев һәм Ильяс Хәсәншин менән Заһир Яруллин, “Һеҙгә, һөйөклөләребеҙ” тигән Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.
Был акция бөгөн бер юлы Рәсәйҙең күп төбәктәрендә үтте. Илдең төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе, төрлө һөнәр эйәләре булған ир-аттар урамдарҙа һәм майҙандарға ҡатын- ҡыҙҙарға гөлләмәләр тапшырҙы.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының ир-егеттәре ошо акцияға ҡушылды һәм республикабыҙҙың барлыҡ ҡатын- ҡыҙҙарына ҡотлау сәләмдәре еткерҙе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: