Был көндәрҙә ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ ҡотлау сәләмдәре ҡабул итә. Бөгөн Башҡортостан Юлдаш каналының тура эфирында гүзәл заттарҙы республиканың билдәле ир-егеттәре ҡотланы. Был сара “Ҡатын- ҡыҙ- бәхет биләмәһе” асыҡ Академияһының 4-се телемарафоны сиктәрендә үтте.
Телевизор ҡараусы ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙҙы башта Республика Башлығының ҡатыны, ошо проекттың авторы Каринэ Хабирова сәләмләне.
Башлыса эфирҙа һүҙ ҡатын- ҡыҙ һаулығы, уның бәхетле тормошонда ир- егеттең роле, заман ҡатының йәмғиәттәге урыны хаҡында билдәле ир- аттар фекер йөрөттө.
Мәҫәлән, Рәсәйҙең сәйәси һәм спорт әһеле Джефф Монсон программала үҙенең ҡатынына ниндәй бүләк һайлауын күрһәтте, бәләкәс ҡыҙы хаҡында һөйләне.
Шулай уҡ эфирҙа республиканың перинаталь үҙәге табибы Динар Ғабдрахманов, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов, билдәле блогер һәм сәйәхәтсе Рөстәм Нәбиев һәм башҡалар сығыш яһаны.