+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2021, 00:13

Юрмый ырыуы осрашты

Баҡалы районында бөгөн Юрмый ырыуы вәкилдәренең йыйыны үтте. Унда төбәктән 70 кеше делегат булып һайланып килде.

Баҡалы районында бөгөн Юрмый ырыуы вәкилдәренең йыйыны үтте. Унда төбәктән 70 кеше делегат булып һайланып килде.
Осрашыу барышында ырыу вәкилдәре Өфөнән килгән ғалимдар менән берлектә шәжәрә ағасы, төбәк башҡорттарының тарихы буйынса сығыштар тыңланы. Йыйын һуңында ырыу советы, уның башлығы һайланды, герб ҡабул ителде. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Геральдика комиссияһы төҙөй.
Ырыу советының башлығы итеп Мостафа ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Насырова тәғәйенләнде. Шулай уҡ юрмый ырыуҙары ла үҙҙәренең шәхестәренең исемен мәңгеләштереү тәҡдимен ҡабул итте.
Унда күренекле яҙыусы Нәжип Асанбаев , шулай уҡ 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән юрмый ырыуы яугиҙарының исемен тергеҙеү, төбәк кешеләренең республика һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыуына булышлыҡ итеү, башҡорт теленең төньяҡ- көнбайыш диалектына иғтибарҙы көсәйтеү кеүек мәсьәләләр күтәрелде.
Сара һуңында ырыуҙар йыйының штандарты Ғәйнә башҡорттарына тапшырылды. Киләһе йыйын ғәйнә ерендә уҙасаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: