+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2021, 01:06

Сәнәғәт предприятиеларының эшмәкәрлеге буйынса ведомство-ара ултырыш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика йортонда Ростех дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлек буйынса тәүге ведомство-ара ултырыш үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика йортонда Ростех дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлек буйынса тәүге ведомство-ара ултырыш үткәрҙе.
Радий Фәрит улы, Ростех менән эшлекле бәйләнештәрҙе юғары баһаланы һәм киләсәктә республика сәнәғәтенә ярҙам итеүҙә корпорация етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе.
-2020 йылды республика лайыҡлы оҙатты. Беҙ сәнәғәттә өҙөгөүҙәрә юл ҡуйманыҡ. Һөҙөмтәләр буйынса ярайһы уңышлы булған 2019 йыл менән тиңләштек. Хәҙер беҙ коронавирус сиренә ҡаршы әүҙем вакцинация ойошторғанбыҙ. Сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре айырым күҙәтеүҙә. Тәү бурыс иҡтисади процесстарҙы йәнләндереп ебәреү һәм тармаҡтағы ыңғай динамиканы кире ҡайтарыу.
Ростех авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков та Башҡортостан менән хеҙммәтшлеккә юғары баһа бирҙе.
-Быйыл беҙҙең алда оло бурыстар тора. Яҙ көнө Өфөлә “ОДК- УМПО” акционерҙар йәмғиәте базаһында Рәсәйҙә беренсе уҡыу производство комплексы асасаҡбыҙ. Беҙ Евразия фәнни-белем биреү үҙәге һәм республика уҡыу йорттары менән практик эшкә әҙербеҙ. Был комплекс бөтә ил масштабында стратегик бурыстарҙы хәл итергә тейеш.
“ОДК- УМПО” предприятиеһында вертолет двигателдәре өсөн деталдәр етештереүсе илдәге иң ҡеүәтле үҙәк асылды. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы Ка-32А вертолеттарын яңыртыуға тотондо. Шундай уҡ ыңғай үҙгәрештәр республиканың бик күп сәнәғәт предприятиеларында бара.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: