+30 °С
Ясно
Новости
5 Марта 2021, 17:24

Коронавирус йоҡтороусылар 133-кә артҡан

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 5 мартҡа ҡарата коронавирус йоҡтороуҙың барлығы 29 259 осрағы теркәлгән. Үткән тәүлектә сир 133 ауырыуҙы аяҡтан йыҡҡан.

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 5 мартҡа ҡарата коронавирус йоҡтороуҙың барлығы 29 259 осрағы теркәлгән. Үткән тәүлектә сир 133 ауырыуҙы аяҡтан йыҡҡан.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 264 сырхау ята, 13-ө – ауыр хәлдә. Участка табибы ярҙамында өйҙәрендә дауаланыусылар – 5 134.
Аҙаҡҡы тәүлектә 223 кеше, COVID-19-ҙан һауығып, дауахананан сыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 23 571.
Үкенескә күрә, тәүлек эсендә аяуһыҙ сир ҡорбандары йәнә икәүгә артҡан. Республикала коронавирустан вафат булыусылар 290 иҫәпләнә.
Дауахананан тыш пневмония хаҡында һүҙ алып барғанда, кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 179 ауырыуҙа табылған, пневмониянан ҡотолоп, стационарҙан ҡайтыусылар – 155.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас