+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2021, 15:59

Ижади күперҙәрем

Ҡатын- ҡыҙҙарҙың яҙ байрамы яҡынлаша. Был көндәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлшат Ғайсина матур концерт программаһы менән ҡыуандырмаҡсы. Тамашасылар уны Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының һәләтле, сибәр актрисаһы тип тә белә. Гөлшат Ғайсина 6-сы март көнө яратҡан тамашасылары һәм дуҫтары менән берлектә сәхнәләге ижадының 25 йыллығына йомғаҡ яһай.Театр һөйөүселәрҙе “Күперҙәр” тигән программа көтә.

Гөлшат Ғайсинаның сәхнәләге тәүге эштәренең береһе Сибай театрында ҡуйылған “Ҡоҙаса” спектаклендәге Наза роле. Ошо тамашала йәш, әммә моңло тауышлы ҡыҙ үҙенең театр өсөн бик өмөтлө актриса буласағын күрһәтә алды. Шунан алып Гөлшат Ғайсина сәхнәлә бихисап ролдәр тыуҙырҙы, һәләтле актриса булараҡ танылыу яуланы.
Ижадының ниндәйҙер артылышына еткәс, Гөлшаттың матур ижад кисәләре үткәрә торған традицияһы барлыҡҡа килде. Бынан бер-нисә йылдар элек ул республика сәхнәһендә тәүгеләрҙән булып шиғри кисә уҙғарғайны.
Был юлы уның программаһы “Күперҙәр” тип аталды.
-Башҡортостан һәм Татарстан театрҙарында, эстрадала, театрҙа бергә эшләүсе ижади дуҫтарым менән сәнғәт күпере һалабыҙ. Ул бала саҡ иленә, студент йылдарына, ижад һуҡмағына илткән дуҫлыҡ күпере лә буласаҡ. Күрше Татарстандың Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар дәүләт театрынан Илдус Ғабдрахманов, Сәлимә Әминева, шулай уҡ йырсы- композитор Морат Ғайсин киләсәк.Тамашала матур дуэттар вәғәҙә итәм. Уның береһе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Азамат Ғафаров, билдәле ҡурайсы Рәсүл Ҡарабулатов менән йырлаясаҡбыҙ. Барыһын да асып һалмайым, сәхнәлә һеҙ яратҡан йырсылар сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ композитор Илшат Яхиндан премьера, ғөмүмән концертта йыр премьералары күп буласаҡ,- тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты актриса.
Гөлшат Ғайсинаның “Күперҙәр” программаһы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, 6-сы март көнө, 18 сәғәттә башлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: