+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2021, 15:44

Ирекмән булғың киләме?

Республика халҡы 2022 йылда төҙөкләндереү өсөн парк, сквер, яр буйы һәм урамдарын һайлай ала. Йәмәғәт урындарын билдәләү буйынса тауыш биреү 26 апрелдән 30 майға тиклем дауам итә. Төҙөкләндереү эштәре өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленә. Эштең нескәлектәрен аңларға ярҙам иткән ирекмәндәр DOBRO.RU платформаһында теркәлә ала.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Республика халҡы 2022 йылда төҙөкләндереү өсөн парк, сквер, яр буйы һәм урамдарын һайлай ала. Йәмәғәт урындарын билдәләү буйынса тауыш биреү 26 апрелдән 30 майға тиклем дауам итә. Төҙөкләндереү эштәре өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленә. Эштең нескәлектәрен аңларға ярҙам иткән ирекмәндәр DOBRO.RU платформаһында теркәлә ала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ирекмәндәрҙең бурысы – граждандарҙы тикшереүгә сығарылған проекттар менән таныштырыу, халыҡҡа уңайлы ҡала шарттарын булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында мәғлүмәт биреү. Улар шулай уҡ ҡыҙыҡһынған кешеләргә платформала теркәлергә һәм тауыш бирергә ярҙам итә.
Проектта ҡатнашырға әҙер, еңел аралашҡан, 18 йәше тулған һәр кем волонтер була ала.
Дөйөм Рәсәй өсөн мөһим булған проектта ҡатнашырға теләгәндәр 22 мартҡа тиклем ошо һылтанма буйынса ғариза ҡалдыра ала: https://dobro.ru/event/10042161.
Төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт урындарын һайлау буйынса тауыш биреү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала шарттары булдырыу” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.
Ике йыл эсендә был проект буйынса Башҡортостанда 288 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. 2021 йылда 130 урында төҙөкләндереү эштәре атҡарыу планлаштырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: