1 марттан Стәрлетамаҡ ҡалаһының клиник-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә операция блогы һәм бала табыу залы эшләй башланы. Үҙәк ашығыс хирургия һәм акушерлыҡ ярҙамы талап ителгән ковид-ауырыуҙарҙы ҡабул итергә әҙер.
Унда 3 мартта хәле дауахананан тыш пневмония менән ҡатмарлашҡан, бауыр циррозынан һәм эсенә һыу йыйылыуҙан интеккән ковид-ауырыуға ашығыс операция яһағандар.
“Ауырыу менән аралашҡан бөтә хеҙмәткәрҙәр махсус һаҡлағыс костюмдарҙа булды, аныҡ, берҙәм, етеҙ эшләне. Операция уңышлы үтте”, – тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.