+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 17:32

Указда – үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе менән бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына муниципалитеттар менән берлектә 9 марттан мәктәптәрҙә уҡытыуҙы штат режимына күсереү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим ителә. Мөмкин булғанса дәрестәр оҙонлоғо 45 минутҡа тиклем оҙайтыла.
Идара итеү ойошмалары күп фатирлы йорттарҙа дезинфекциялау сараларын аҙнаһына кәмендә бер тапҡыр уҙғарырға тейеш.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: