+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 01:38

Туҡланыуҙың сифаты өсөн кем яуап тотасаҡ?

Мәктәптәрҙәге туҡланыуҙың сифаты өсөн учреждение директорына яуаплылыҡ арта. Етәкселәр менән хеҙмәт килешеүен өҙөү өсөн өс дәлил дә етәсәк.

Мәктәптәрҙәге туҡланыуҙың сифаты өсөн учреждение директорына яуаплылыҡ арта. Етәкселәр менән хеҙмәт килешеүен өҙөү өсөн өс дәлил дә етәсәк.
Мәғлүм булыуынса, төбәктәр менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе аҙыҡ сифатына, бешерелгән бутҡа, аштарҙың һыуыҡ, тәмһеҙ булыуына ҡағыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та мәктәп ашханаһындағы туҡланыуҙы күҙәтеүҙә тота. Уның билдәләүенсә, балаларҙы ашатыу өсөн етерлек аҡса бүленә, әммә сифатһыҙ туҡланыуға бәйле ялыуҙар кәмемәй.
Етәксе билдәләүенсә, был ашханала урлашыу осраҡтарына бәйле булыуы ла мөмкин. Бынан ары мәктәп директорҙарының яуаплылығы артасаҡ. Әгәр ҙә учреждениела бер-нисә насар осраҡ теркәлһә, уларҙы вазифаһында ҡалдырыу- ҡалдырмау мәсьәләһе лә күтәреләсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: