Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың “Өс таған” фильмы киң прокатҡа сыға. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров та үҙенең сәхифәһендә яҙып сыҡты. Етәксе фильмды алдан ҡараған булып сыҡты һәм ул яҡшы картина хаҡында үҙ фекерҙәре менән бүлеште.
Фильм Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән. Ул күптән әҙер булһа ла, пандемияға бәйле киң даирә тамашасыларға сығарылмаған ине. Бөгөн Өфөнөң “Родина” кинотеатрында фильмдың прокат алды күрһәтеү сеансы үтте.
Радий Фәрит улы яҙыуынса, ул Красногорск ҡалаһында эшләгән ваҡытында уҡ Айнур Асҡаровтың “Из Уфы с любовью” фильмын ҡараған.
-Уны Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә күрһәттеләр. Барып ҡарағас, беҙҙә лә сифатлы һәм заманса фильмдар төшөрә башлауҙарына инандым. Улар кешеләр, матурлыҡ, мөхәббәт хаҡында матур фильмдар эшләйҙәр. “Өс таған” фильмын да тәнҡитселәр юғары баһалаған. Ул киң прокатҡа сығып та өлгөрмәгән, ә Рәсәй фестивалдәрендә -5, сит илдә бер приз яулап та өлгөргән. Фильм бик популяр буласаҡ. Быға иманым камил. Ә беҙ кино сәнғәтенең үҫешенә тағы ла ярҙам итәсәкбеҙ. Һуңғы йылдарҙа башҡорт киноһы ярайһы матур үҫеш алды, тигән Радий Фәрит улы.
Шулай уҡ республика етәксеһе фильмды ҡарағандан һуң, тамашасыларҙың үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыуын үтенгән. Ул уны мотлаҡ уҡыясаҡмын тип тә белдергән.
Әле фильмды Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа ҡараны.