+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 14:26

Өлөшсөләр мәсьәләләре күтәрелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә ваҡытында эксплуатацияға индерелмәгән күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә ваҡытында эксплуатацияға индерелмәгән күп фатирлы йорттар төҙөлөшөн тамамлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Унда Өлөшлө төҙөлөштә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау федераль фондының генераль директоры Константин Тимофеев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәтенең, күҙәтеү органдарының, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш блогы етәкселәре, Фонд эксперттары ҡатнашты.
Кәңәшмәлә Фонд менән проблемалы объекттарҙың төҙөлөшөн тамамлауҙы финанслау һәм өлөшсөләр хоҡуғын тергеҙеү мәсьәләләре ҡаралды.
Башҡортостанда проблемалы объекттар иҫәбенә 16 муниципалитетта 128 йорт инә. Улар буйынса ете меңдән ашыу кешенең хоҡуғы боҙолған. Ике йыл элек уларҙың һаны ун меңдән ашыу булған.
– Был төбәктең төҙөлөш өлкәһендә иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Уны хәл итеү өҫтөндә бер нисә йыл эшләйбеҙ. Беҙгә федераль етәкселек менән Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды ярҙам итә. Берҙәм эш һөҙөмтәһендә был бурысты үтәү алға китте, Фонд командаһына бик рәхмәтлемен. Киләсәктә бындай хәлдәр сыҡмаһын өсөн мин Республика ҡала төҙөү советы булдырҙым, күп фатирлы йорттар төҙөү темаһын үҙем күҙәтеүҙә тотасаҡмын. Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙе баҙарға индермәйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
2021 йылдың 1 мартына Фондтың күҙәтеү советы республиканың 37 “оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөшөн” тамамлау өсөн финанс ярҙамы күрһәтеүҙе, 19 йорт буйынса компенсация түләүҙе хуплаған. Уларҙың дөйөм суммаһы 6,7 миллиард һум тәшкил итә. Был саралар 3,5 мең алданған өлөшсөнөң хоҡуғын тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
Башҡортостан 2021 йылда 31 объектты финанслауға ғариза әҙерләгән.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: