+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 20:20

“Күңелегеҙ яҙғы ҡояш һымаҡ...”

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө 8 Мартҡа арналған байрам тантанаһы булып үтте.

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнө 8 Мартҡа арналған байрам тантанаһы булып үтте. Тамаша залында күп балалы әсәләр, табиптар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа һөнәр эйәләре йыйылғайны.
Республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров бөтә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
“Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Барығыҙҙы ла иң матур яҙғы байрам менән ихлас ҡотлайым! Һеҙгә ҡарап һоҡланам, күңелдәр яҡтырып китә. Бөтәгеҙгә лә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен белдерергә теләйем. Һеҙ тормошобоҙҙо тәрән мәғәнә менән тулыландыраһығыҙ. Батырлыҡҡа илһамландыраһығыҙ. Ғаилә усағын һаҡлайһығыҙ. Беҙ әсәйҙәр алдында баштарыбыҙҙы эйәбеҙ. Һөйөүегеҙ, хәстәрлегегеҙ, сабырлығығыҙ, балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләүегеҙ өсөн йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәттәрҙе еткерәм”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Республика етәксеһе гүзәл заттарҙың иң изге һүҙҙәргә лайыҡ булыуын һәм һәр ваҡыт үҙҙәренең профессионализмы, таланты менән һоҡландырыуҙарын, бар эштә лә иң матур сифаттарын күрһәтеүҙәрен әйтеп үтте.
Радий Хәбиров залда ултырыусыларҙың ҡайһы берҙәрен телмәрендә айырым билдәләп китте. Мәҫәлән, Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто баш табибы Зөһрә Гуроваға һәм республикала иң яҡшыларҙың береһе тип һаналған ошо дауахана коллективына рәхмәт әйтте.
“Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Морозова сабыйҙарға бөтә күңелен һала. Уның уңыштары “Рәсәйҙең йыл тәрбиәсеһе” конкурсында билдәләнде. Салауат ҡалаһы 1-се лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Саутина уҡыусыларында мәңгелек ҡиммәттәргә һөйөү тәрбиәләй. Былтыр ул “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы” конкурсы финалы лауреаты булды”, – тине республика Башлығы.
Радий Хәбиров күп балалы әсәләр хеҙмәтенең мөһимлеге хаҡында сикһеҙ ихтирам менән һөйләне. Былтыр республикала 407 әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Һигеҙ ғаилә “Ата-әсә ҡаһарманлығы" дәүләт наградаһына лайыҡ булған.
Радий Фәрит улы Баҡалы ауылы 2-се мәктәбенең өлкән вожатыйы, ете балаға ғүмер биргән Светлана Викторованы ла айырым телгә алды. Викторовтар ғаиләһе былтыр үткәрелгән “Йыл ғаиләһе-2020” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеүгә өлгәшкән. Республика етәксеһе абруйлы тағы бер ғаилә – тәрбиәгә алты бала алған Куликовтар ғаиләһе тураһында һөйләп китте. Пандемия осоронда уларҙың әсәһе Елена Александровна тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә “Бәхет биләмәһе” фонды менән берлектә ҙур ярҙам күрһәткән.
Төбәгебеҙ етәксеһе шулай уҡ республика мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һалған Гөлдәр Моратованы, волонтерҙар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы күп балалы әсә Майя Ишмәтованы, эшҡыуар Анастасия Ғиниәтуллинаны, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, тәжрибәле табип, Ковидҡа ҡаршы стуация үҙәге етәксеһе Римма Үтәшеваны оло хөрмәт менән билдәләне.
“Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Күңелегеҙ йылыһы, яҙғы ҡояштай, йөрәктәрҙе йылыта. Һеҙ беҙгә, ир-аттарға, яҡшыраҡ булырға һәм был донъяны яҡшыртырға ярҙам итәһегеҙ. Байрам менән ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, изгелек, именлек һәм бәхет теләйем. Яҡындарығыҙ һөйөүе һәм хәстәрлеге менән ҡурсаулы булығыҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ! Байрам менән!” – тип тамамланы ул тәбрикләү телмәрен.
Тантананы артабан сәнғәтебеҙ йондоҙҙарының ҙур тамашаһы дауам итте. Сағыу тәьҫораттар, матур кәйеф, дәрт-илһам бүләк иткән был байрам гүзәл заттар күңелендә бик оҙаҡ һаҡланыр.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: