+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 19:13

Иғтибар – балалар сәнғәт мәктәбенә

Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһындағы 2-се балалар сәнғәт мәктәбе бинаһына тулы капиталь ремонт үткәрелә. Йүнәтеү эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә һәм урындағы бюджет иҫәбенә атҡарыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Бәләбәй районының Приютово ҡасабаһындағы 2-се балалар сәнғәт мәктәбе бинаһына тулы капиталь ремонт үткәрелә. Йүнәтеү эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә һәм урындағы бюджет иҫәбенә атҡарыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бинала ҙур эштәр планлаштырыла. Уның ал яғы, ҡыйығы, иҙәндәре йүнәтелә, тәҙрәләре алмаштырыла, эске биҙәү эштәре башҡарыла, кабинеттар үҙгәртелә. Һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системаларын йүнәтеү, бәҙрәфкә, яҡтыртыу һәм йылытыу системаларына ремонт эшләү, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылыуы көтөлә. Мәктәп биләмәһе лә ипкә килтерелә.
Балалар сәнғәт мәктәбе 1962 йылда асылған һәм бай тарихҡа эйә, ти уның директоры. 1959 йылда төҙөлгән бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән.
Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: