+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 16:27

Автобуста түләмәҫкә лә мөмкин

Йәмәғәт транспортында түләү терминалы төҙөк булмаһа, пассажир аҡса түләмәҫкә хоҡуҡлы. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына Башҡортостандың пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу үҙәге етәксеһе Рәфис Әхмәтйәнов хәбәр иткән.

Йәмәғәт транспортында түләү терминалы төҙөк булмаһа, пассажир аҡса түләмәҫкә хоҡуҡлы. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына Башҡортостандың пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу үҙәге етәксеһе Рәфис Әхмәтйәнов хәбәр иткән.
“Түләү терминалы эшләмәү арҡылы түләү мөмкинлеге булмаған хәлдә водителдең транспорт хеҙмәте күрһәтеүҙән баш тартырға хоҡуғы юҡ. Бындай осраҡта пассажир ташыусылар транспорт хеҙмәтенә түләү алмай, билет бирергә тейеш, сөнки билет пассажир менән килешеү фактын раҫлаған документ булып тора. Штаттан тыш хәл, әйтәйек, юл-транспорт фажиғәһе була ҡалһа, билет пассажирға страховка түләүе алырға хоҡуҡ бирә. Бынан тыш, ул пассажирҙы билет тикшереүселәр менән проблема сығыуынан ҡотҡара”, – ти ул.
Транспорт картаһы эшләмәгән хәлдә пассажир икенсе төрлө түләргә тейеш. Был осраҡта ул түләүҙән азат ителмәй.
“Транспорт картаһының эшләү-эшләмәүен терминал ярҙамында белеп була. Уның өсөн яуаплылыҡ – пассажир өҫтөндә. Был осраҡта ул түләүҙән азат ителмәй. Әммә терминал төҙөк булмаһа, водителдәр ҡағиҙә буйынса ҡаралған ғәҙәти билет бирергә тейеш. Пассажир ташыусыларҙың барыһы ла был ҡағиҙәләр менән таныш, улар килешеүҙә яҙылған. Терминал эшләмәй икән, транспорт сараһы төҙөк түгел тип һанала һәм водитель пассажирҙар ташыу хеҙмәте күрһәтә алмай, тигән һүҙ”, – тип аңлата Рәфис Әхмәтдинов.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: