+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 12:53

Радий Хәбиров “Салауат Юлаев”ҡа уңыштар теләне

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсылары һәм тренер штабы менән осрашты. Ул спортсыларға Континенталь хоккей лигаһында плей-оффта сағыу еңеүҙәр һәм уңыштар теләне.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсылары һәм тренер штабы менән осрашты. Ул спортсыларға Континенталь хоккей лигаһында плей-оффта сағыу еңеүҙәр һәм уңыштар теләне.
КХЛ регуляр чемпионаты һөҙөмтәләре буйынса Өфө клубы Көнсығыш конференцияһы турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысында килә.
– “Салауат Юлаев” өсөн регуляр чемпионат насар тамамланманы. Һеҙ үткән өс йылдағыға ҡарағанда яҡшы һөҙөмтә күрһәттегеҙ. Был турнир өсөн барығыҙға ла рәхмәт еткергем килә. Ул бик сағыу һәм ҡыҙыҡ булды. Һеҙ беҙгә күпме тылсымлы мәлдәр бүләк иттегеҙ. Команда был миҙгелдә бик яҡшы уйнай. Чемпионатта “Салауат Юлаев” беҙҙең клуб өсөн традицион булған бик матур хоккей күрһәтте. Баш тренер Томи Ламсаға һәм тренерҙар штабына бик рәхмәтлемен, – тине Радий Хәбиров.
Клуб өсөн плей-оффта төп бурыс – Гагарин кубогын яулау, тип билдәләне республика Башлығы.
Плей-оффта тәүге уйындарын “Салауат Юлаев” силәбеләрҙең “Трактор” командаһы менән 3 һәм 5 мартта – Өфөлә, ә 7 һәм 9 мартта ситтә үткәрә.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: