-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 17:12

Ковид менән сирләүсе 19 яҡташыбыҙ ауыр хәлдә

Әлеге мәлдә республика стационарҙарында коронавирустан дауа алыусылар – 272, шуларҙың ун туғыҙы ауыр хәлдә, алтауһының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 5 270.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып республикала ковид йоҡтороусылар 29 меңгә яҡын, теүәлерәк әйтһәк, 28 992 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекция 136 кешелә табылған.
Тәүлек эсендә был зәһәр сирҙән 119 кеше сәләмәтләнгән. Вирус тарала башлаған мәлдән уны 23 166 яҡташыбыҙ еңеүгә ирешкән.
Әлеге мәлдә республика стационарҙарында коронавирустан дауаланыусылар – 272, шуларҙың ун туғыҙы ауыр хәлдә, алтауһының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырған. Медицина ярҙамын амбулатор шарттарҙа алыусылар – 5 270.
Яуыз ауырыу тәүлек эсендә йәнә дүрт сырхауҙың ғүмерен ҡыйған. Афәт ҡорбандары 284-кә етте...
Министрлыҡ шулай уҡ дауахананан тыш пневмония хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе лә еткерә. Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 179 ауырыуҙа асыҡланған, 174 кеше, унан шәпләнеп, стационарҙан ҡайтҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: