Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙы дауалауҙа ярҙам күрһәтеүсе табиптарға өҫтәмә түләүҙәр биреүҙе оҙайттылар. Был турала тейешле указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күрҙе.
Уға ярашлы, коронавирус менән ауырыусыларға медицина ярҙамы күрһәтеүсе дауахана хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмәләр 2021 йылдың 30 июненә тиклем түләнәсәк. Тиҙ ярҙам табиптары, урта медицина һәм кесе медицина персоналы бер эш сменаһы өсөн шул нисбәттә 1000-әр, 600-әр һәм 200-әр һум аласаҡ. Суд-медицина экспертизаһы бюроһында, стационарҙарҙа эшләүсе юғары белемле табиптарға, урта һәм кесе медицина персоналына ла шундай уҡ өҫтәмәләр биреләсәк.
Дәртләндереүсе өҫтәмәләргә дәғүә итә алыусы вазифалар һәм тармаҡтар исемлеге медицина ойошмаһы тарафынан билдәләнә, түләүҙәрҙең тейешенсә һәм ваҡытында күсерелеүе өсөн яуаплылыҡ та уға йөкмәтелә, тиелә указда.
Фото “Башинформ”дан алынды.