-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 23:01

Китеп барған ерҙән... ҡоҙоҡҡа осҡан

Кисә Өфөнөң Калинин районында туғыҙ йәшлек ҡыҙ асыҡ ҡалдырылған ҡоҙоҡҡа йығылып төшкән.

Кисә Өфөнөң Калинин районында туғыҙ йәшлек ҡыҙ асыҡ ҡалдырылған ҡоҙоҡҡа йығылып төшкән. Был турала Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә яҙып сыҡты: “Кисә бик ҡурҡыныс хәл булды. Калинин районында алты метр тәрәнлектәге асыҡ ҡоҙоҡҡа ҡыҙ бала йығылып төшкән. Ашығыс хеҙмәттәр килеп еткәнсе, беҙҙең район хакимиәте хеҙмәткәре үҙе ҡоҙоҡҡа төштө һәм ҡыҙҙы яурындарына ултыртып, өҫкә алып сыҡты. Баланы участка инспекторы менән бергә “Ашығыс ярҙам” машинаһында оҙаттыҡ. Ул иҫән-һау, күҙгә күренер йәрәхәттәр алмаған”.
Ысынлап та, алты метр тәрәнлеккә осҡан баланың имгәнмәйенсә иҫән-һау ҡалыуын мөғжизәгә тиңләргә була.
Был ҡоҙоҡ ҡайһы ойошмаға ҡарай? Ни эшләп ул асыҡ ҡалған, кем быға юл ҡуйған? Баш ҡала мэры быны асыҡлаясаҡтарын һәм ғәйеплеләр яуап бирәсәген хәбәр итә. “Хужаһыҙ ҡоҙоҡтар булырға тейеш түгел һәм бындай ҡурҡыныс хәлдәргә юл ҡуйырға ярамай”, – ти ул.
Сергей Греков бөгөн “Ҡоҙоҡ” операцияһы иғлан ителеүе хаҡында яҙа. “Яуаплы хеҙмәттәргә бөтә ҡалала тикшереү үткәреү өсөн ике тәүлек бирәм”, – тип белдерә.
Өфө хакимиәте башлығы битараф булмаған кешеләрҙе асыҡ ҡоҙоҡтар хаҡында хәбәр итергә саҡыра. “Әгәр ҡайҙалыр ябылмаған ҡоҙоҡтар күрһәгеҙ, миңә яҙығыҙ, адрестарын күрһәтеп, фотоларын һалығыҙ", – ти ул.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: