+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 01:30

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” V республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” V республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.
Конкурста ҡатнашырға республикабыҙ район-ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән әүҙем йәмәғәтсе, үҙ эшенең оҫталары булған 500-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ғариза биргәйне. Беренсе турҙы үҙ район-ҡалаһы кимәлендә уңышлы уҙғандар республика майҙанына сыҡты. Бөгөн иһә ҙур сәхнәлә республика кимәлендә еңеүселәрҙе ҡотлауҙарға күмделәр.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проектының етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина. Дәрәжәле бәйгене “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ, республиканың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында ойошторҙо.
Тантана башында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев байрамға йыйылыусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү сәләмдәрен еткерҙе.
Сарала 10 номинация: "Уңышлы һәм өлгөлө балалар үҫтергән күп балалы әсә", "Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәт эшмәкәре", "Ҡатын-ҡыҙ – лидер", "Ҡатын-ҡыҙ – уҡытыусы", "Ҡатын-ҡыҙ – бизнес-леди", "Ҡатын-ҡыҙ – һөнәр оҫтаһы", "Ҡатын-ҡыҙ – йыл өлгөһө", "Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре", "Йәштәр хәрәкәте лидеры", "Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә" номинациялары буйынса еңеүселәр тәбрикләнде.
Конкурстың төп бүләге – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы “халҡым” тип янып йәшәгән һәм эшләгән, изге ғәмәлдәре менән йәмғиәттә абруй яулаған 14 гүзәл затҡа тапшырылды.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 8 Март алдынан үткән был сара республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған гүзәл заттар өсөн ысын-ысындан оло байрамға әүерелде. Йылдан-йыл абруй яулаусы “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” проектының быйылғы – бишенсе конкурсы Башҡортостан Башлығының грантына ойошторолдо.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: