+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 13:09

Йәш быуынға остаз булыр батырҙар ҡайтты илгә

1 мартта Өфөлә, Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Батыр кубогы” республика турнирына старт бирҙе.

1 мартта Өфөлә, Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Батыр кубогы” республика турнирына старт бирҙе. Был турнир республикала беренсе тапҡыр уҙғарыла, уға йыл аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Наградаларҙы юғары спорт ҡаҙаныштарына өлгәшкән иң яҡшы спортсылар, тренерҙар, клубтар һәм федерациялар аласаҡ.
Турнир спорт байрамы менән башланып китте. Унда билдәле атлеттар республика уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Урамдағы майҙансыҡта мотоуҙыш буйынса егерме тапҡыр донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы Николай Красников балаларға үҙ оҫталығын күрһәтте. Легендар көрәшсе, грэпплинг буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Джефф Монсон, күп тапҡырҙар “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” исеменә лайыҡ булған Эльбрус Ниғмәтуллин, самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы һәм ҡатнаш хәрби сәнғәт буйынса көрәшсе Венер Ғәлиев, бокс буйынса Рәсәй чемпионы Нияз Фәйзуллин, дзюдо буйынса спорт мастеры Артур Камалов, грек-рим көрәше буйынса спорт мастерҙары Фәдис һәм Фәнис Вәлитовтар үҙҙәренең еңеү серҙәре менән уртаҡлашты.
Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров танылған спортсыларҙың оҫталыҡ дәрестәрендә булды һәм федерацияларға кәрәкле спорт ҡорамалдары алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.
Радий Хәбиров, турнирҙы асып, йәш спортсыларҙың ата-әсәләренә балаларын оҫталыҡ дәрестәренә алып килгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Көслөрәк һәм яҡшыраҡ булыр өсөн ошо залдарға килгән малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы күреүемә бик шатмын. Беҙҙең идара итеү командаһы балаларыбыҙ спорт менән лайыҡлы шарттарҙа шөғөлләнә алһын өсөн күп көс һала. Был – киләсәк быуын өсөн беҙ башҡара алған иң мөһим һәм кәрәкле эштәрҙең береһе, – тине Башҡортостан Башлығы. – Заманса спорт объекттары булғанда, ғорурланырлыҡ тренерҙарыбыҙ ярҙамында балаларҙың ысын кеше булып үҫеп етәсәгенә шигем юҡ.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Башҡортостанда йәшәргә һәм эшләргә ҡарар иткән билдәле спортсыларға рәхмәт белдерҙе.
– Ҡоштар кеүек таралыша торған мәл була, ә хәҙер йәнтөйәгебеҙгә бергә йыйылышыр ваҡыт етте. Мин Эльбрус Ниғмәтуллинды республикаға ҡайтырға өгөтләй алыуыма шатмын. Ул хәҙер бында һәм бөтә Башҡортостан өсөн бик мөһим эштәр башҡара, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Дуҫым Джефф Монсондың Өфөгә күсеүенә һөйөнәм. Сөнки ул балаларға үҙенең оло йөрәген һәм һоҡланғыс спорт тәжрибәһен бүләк итә ала. Республикабыҙға тәжрибәле көрәшсе, самбо буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Венер Ғәлиевтың ҡайтыуына ҡыуанам. Ул да йәш спортсылар менән шөғөлләнәсәк.
Радий Хәбиров, төбәгебеҙҙәге эпидемиологик хәл күнекмәләрҙе яңыртыу һәм бөтә теләүселәргә спорт залдарын асыу мөмкинлеген бирә, тип әйтеп китте. Шул уҡ ваҡытта тейешле санитар ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү мотлаҡ булып ҡала.
Турнирҙы асыу тантанаһы аҙағында Радий Хәбиров Башҡортостандың атҡаҙанған спортсыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: