+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 19:44

Өҫтөнлөклө продукция реестрында кемдәр?

Башҡортостан Республикаһының һигеҙ предприятиеһы өҫтөнлөклөләр реестрына ингән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһының һигеҙ предприятиеһы өҫтөнлөклөләр реестрына ингән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Улар: “Энергоинжиниринг”, “Туймазыгорэлектросети”, “Проводоканал”, “Ново-Салаватская ТЭЦ”, “Учалы электр селтәре”, Балтас “Сельэнерго”һы, “АСТ” һәм “Дүртөйлө электр һәм йылылыҡ селтәре” ойошмалары.
Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты эргәһендәге БР Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының Төбәк инжиниринг үҙәге БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы менән берлектә өҫтөнлөклө продукциялар реестрын булдырыу буйынса даими эш алып бара.
Программа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс, милек, мәғлүмәти, маркетинг һәм башҡа төрлө ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: