+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 14:26

Пандемия эшҡыуарҙар һанын кәметә алмаған

Пандемия осоронда Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны ҡырҡа кәмемәгән. Быға федераль һәм төбәк кимәлендә күрһәтелгән әлегәсә булмаған ярҙам саралары булышлыҡ иткән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова хәбәр итте.

2020 йылда шәхси бизнесҡа республика тарафынан “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” дәүләт программаһы буйынса ике миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Төбәк бюджетынан бизнесҡа муниципаль ярҙам программаларын финанслау күләме өс тапҡыр артҡан. Был 1300 предприятиеға ярҙам күрһәтеүгә, 3,2 мең эш урыны булдырыуға, 8,5 меңен һаҡлап ҡалыуға мөмкинлек биргән.
БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә тормошҡа ашырған кризисҡа ҡаршы программалар эшһеҙҙәргә һәм аҙ килемлеләргә үҙ эшен асыу өсөн ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. 296 эшҡыуарлыҡ субъектына ярҙам күләме 77,5 миллион һум тәшкил иткән.
2020 йыл һөҙөмтәһе буйынса 17 муниципалитетта алдағы йылға ҡарағанда эшҡыуарҙар һаны артҡан. Был күрһәткестәр буйынса Федоровка, Көйөргәҙе, Өфө райондары алда бара.
Римма Бойцова әйтеүенсә, БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында комплекслы үҫеш прграммаһы әҙерләнгән, уның буйынса ике меңдән ашыу стартап үткәреү планлаштырыла.
Радий Хәбиров Римма Бойцоваға һәм дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе һәм үҫеш йүнәлештәрен атаны. Бизнес-шерифтар эше менән ҡәнәғәт булмауын, улар менән осрашырға теләүен еткерҙе.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: