Өфөлә “Заманса башҡорт операһы лабораторияһы”ның финалға сығыусыларын билдәләнеләр. Баһалама ағзаларының ултырышы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтте. Унда башҡорт тарихына, легендаларына, эпостарына таянған бик үҙенсәлекле эштәр бар.
Фекер алышыу һөҙөмтәһендә алты пар композитор һәм либретто авторҙары билдәләнде. Финалға сығыусылар араһында:
“Тере һыу”- Борис Вишневский һәм Баныу Ҡаһарманова
“Шәйехзада”- Галина Зиһанова һәм Тамара Юлдашева
“Заятүләк һәм Һыуһылыу”- Урал Иҙелбаев һәм Динара Ҡәйүмова
“Мәүлиха. Ҡыҙыл дворянка тарихы”- Олег Ҡасымов
“Зәйнулла”- Зөлфиә Рәүепова һәм Салауат Камалов
“Умырзая”- Рөстәм Сәғдиев һәм Владимир Аношкин.
Театрҙың художество етәкселеге ҡалған эштәрҙе лә ҡараясаҡ. “Заманса башҡорт операһы лабораторияһы”ның етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариин театры солисы Асҡар Абдразаҡов, бик ҡыҙыҡлы, матур эштәр тәҡдим ителде тип билдәләне.
-Ҡаты талаптар буйынса һайлап алдыҡ. Беҙҙең өсөн музыкаһы ла, тарихы ла, композиторҙарҙың тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алыуы ла мөһим. Ҡайһы бер иҫкәрмәләрҙән һуң вокал партияһын һәм инструменталь партитураны ҡайтанан ҡараясаҡ эштәрҙе лә билдәләнек.
Баһалама ағзалары составында бик арҙаҡлы, тәжрибәле сәнғәт әһелдәре эшләне. Улар араһында композитор Ләйлә Исмәғилева, Рөстәм Сабитов, республиканың халыҡ йырсыһы Флүрә Килдейәрова, Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы уҡытыусыһы Алексей Сюмак та бар
Һуңғы ун йылда Рәсәйҙә опера сәнғәтенә иғтибар көсәйҙе. Башҡорт театрының иң яҡшы милли операға заказ биреү һәм конкурс ойоштороу мөмкинлеге булыуы бик хуп. Туғыҙ композиторҙың эше тәҡдим ителде. Улар барыһы ла бик ҡыҙыҡлы, үҙ эсенә милли колорит һәм сюжетты һыйҙырған үҙенсәлекле эштәр. Билдәле булыуынса был проект Башҡортостан дәүләт телдәре һәм халыҡтары телдәрен яҡлау буйынса гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының грант аҡсаларына тормошҡа ашырыла. Конкурсҡа башҡорт әкиәттәре, легендаларына, эпосына, тарихына таянған 19 эш ебәрелгән. Шуларҙан алтауһы һайлап алынған. Был ижади эскиздар барыһы ла Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһенә сағылыш табасаҡ.