Республика Хөкүмәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә, һәр ваҡыттағыса, коронавирусҡа бәйле хәлгә етди иғтибар бирелде. Башҡортостанда 1 мартҡа ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 28 719 тәшкил итә. Аҙаҡҡы тәүлектә ауырыуҙар 138-гә артҡан. Был турала оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Республикала коронавирустан йәмғеһе 23 007 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 140-ы – аҙаҡҡы тәүлектә.
– Тәүлек эсендә һауығыусылар һаны вирус йоҡтороусыларға ҡарағанда күберәк – был хәл инде ун көн дауамында күҙәтелә, – тип билдәләп китте Максим Забелин.
Бөгөнгө көндә стационарҙа COVID-19-ҙан дауаланыусылар – 241, амбулатор шарттарҙа медицина ярҙамын 5 194 ауырыу ала. Кисәле-бөгөнлө республикала коронавирустан тағы дүрт сырхау вафат булған. Мәкерле инфекциянан донъя ҡуйған яҡташтарыбыҙ 277 иҫәпләнә.
Табиптар COVID-19-ға барлығы 2,5 миллиондан ашыу тест эшләгән.
– Республикабыҙҙа коронавирусты асыҡлаусы анализдарҙы эшләү яҡшы кимәлгә ҡуйылған. Беҙ был йәһәттән Волга буйы федераль округында, Түбәнге Новгород һәм Ырымбур өлкәләренән ҡала, өсөнсө урында торабыҙ, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуына ярашлы, ковид-госпиталдәр режимында эшләүсе дауаханаларҙы элекке эш форматына ҡайтарыу дауам итә. Мәҫәлән, йоғошло ауырыуҙар өсөн билдәләгән койкаларҙы 2 280-гә тиклем кәметкәндәр. Марттың тәүге яртыһында улар тағы 300-гә аҙайтыласаҡ. Әлеге мәлдә был койкаларҙың 18 проценты буш.