+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 20:56

Тәбиғәткә файҙа эшләп, күңелеңә ял ал

Өфөлә “Гагарин” һырғалағында “Экокаток” спорт байрамы үтте. Унда ҡатнашырға теләгән һәр кем айырым йыйылған сүп-сарын алып килеп тапшыра ла билет ала һәм катокта түләүһеҙ шыуа. #миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан #экобашкортостан

Өфөлә “Гагарин” һырғалағында “Экокаток” спорт байрамы үтте. Унда ҡатнашырға теләгән һәр кем айырым йыйылған сүп-сарын алып килеп тапшыра ла билет ала һәм катокта түләүһеҙ шыуа.
#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан #экобашкортостан
Сара “Экоихата” (“Экодвор”) Дөйөм Рәсәй проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәтенең физик культура, спорт буйынса комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында ойошторолдо.
Сара сиктәрендә тимераяҡта йөрөй белгән балалар өсөн Башҡортостандағы роллер спорты федерацияһы тарафынан бушлай тренировка ойошторолдо. Уны шорт-трек буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Дмитрий Мясников үткәрҙе. Балалар боҙҙа дөрөҫ хәрәкәт итеүҙең ябай техникаһына өйрәнде, рәхәтләнеп ял итте.
Сарала ҡатнашыусылар ҡатырға, ҡағыҙ, быяла һәм пластик әйберҙәр һ.б. алып килеп, ойоштороусыларға тапшырҙы. Һөҙөмтәлә 310 килограмм ҡаты ҡалдыҡ йыйылды. Артабан улар эшкәртеү өсөн “Нуғай” экобюроһына оҙатылды. #сдалмусорподарилжизнь проекты сиктәрендә йыйылған 1280 һум аҡса онкология менән ауырыған балаларға ярҙам иткән фондҡа күсерелде, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Йыйылған сумма ҙур түгел, беҙгә күберәк кешеләр ҡушылһа, һөҙөмтәләр байтаҡҡа артыҡ булыр ине. Шуға ла сүп-сарҙы айырым йыйырға һәм тапшырырға өйрәнеү мөһим. Был ауыр эш түгел, иң мөһиме – башлап ебәреү. Киләсәктә лә беҙҙе күп мауыҡтырғыс экоспорт саралары көтә. Уларҙы тирә-яғыбыҙ таҙараҡ, бәләкәстәрҙең һаулығы яҡшыраҡ булһын өсөн ойошторабыҙ, – ти ойоштороусыларҙың береһе Ләйсән Зайцева.
Сара “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә. Уның төп йүнәлештәренең береһе булып граждандарҙың экологик мәҙәниәтен һәм яуаплылығы кимәлен күтәреү тора.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: