+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 01:09

Республиканы ҡар баҫты

Республикала көслө ҡар яуыуы сәбәпле, юл хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә эшләй башланы. Бөгөн ял көнөндә лә махсус машиналар һәм хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре төбәк, муниципаль ара юлдарҙы, йорттар менән идара итеүсе компаниялар ҡатлы йорттар араһындағы ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу менән мәшғүл булдылар.

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм "Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәтенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле юлдарға 529 берәмек техника, шул иҫәптән 168 берәмек юл машиналары сығарылған.
Өфөлә генә был маҡсатта 274 берәмек техника, 252 хеҙмәткәр эшкә йәлеп ителгән.
-Техникалар федераль һәм төбәк юлдарында тәүлек әйләнәһенә эшләй. Әле ҡар тымып тора, әүҙем рәүештә юлдарҙы таҙартыу бара. Ҡайҙалыр ауылдарға, ауыл советтарына ла ярҙам итәләр,- тип хәбәр итә ведомство етәксеһе урынбаҫары Виктор Жульков
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: