+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 19:31

Ленара Иванова вице- премьер вазифаһынан китте

Башҡортостан хөкүмәтендә кадрҙар алмашынды. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Башҡортостан хөкүмәтендә кадрҙар алмашынды. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Республиканың транспорт министры Алан Марзаев үҙенең теләге буйынса вазифаһынан бушатылған. Уның урынына ваҡытлыса башҡарыусы итеп етәксеһенең беренсе урынбаҫары Виктор Жульков тәғәйенләнгән.
Конкурент сәйәсәт буйынса комитет етәксеһе Денис Булатов та үҙ теләге буйынса эшенән киткән. Әлегә уның вәкәләттәрен урынбаҫары Гөлнара Сәхәбетдинова башҡара.
Шулай уҡ Ленара Иванованы премьер-министр урынбаҫары вазифаһынан бушатҡандар. Ул хәҙер ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры ғына булып ҡаласаҡ.
Уның ҡарауы социаль өлкәнең күп вәкәләттәре һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин елкәһенә күскән. Сөнки ул хәҙер министр креслоһы менән бергә премьер- министр урынбаҫары вазифаһын да башҡарасаҡ.
Был ҡарарҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡабул иткән.
-Быйыл төп иғтибар сәләмәтлеккә, үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтеләсәк. Был өлкәлә һөҙөмтәле эш кәрәк буласаҡ. Шуға күрә идара итеү эшмәкәрлеге ҡайһы бер үҙгәрештәрҙе талап итә. Әммә дөйөм эш бынан зыян күрергә тейеш түгел,-тине Радий Фәрит улы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: