Республикала коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләтеү дауам итә. “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһының тәүге компоненты 80,4 меңдән ашыу кешегә яһалған. Икенсе компонентын иһә 26 мең кеше алған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Башҡортостанға, дөйөм алғанда, ковидҡа ҡаршы 120 мең доза вакцина килгән. Шуның 11 меңе – үткән ял көндәрендә.
– Март айында республика вакцинаны байтаҡҡа күберәк аласаҡ. Гамалея институтында етештерелгәне генә түгел, “Вектор” институтында сығарылған “ЭпиВакКорона” препараты ла киләсәк, – тине Максим Забелин. – Вакцинация менән ҡатмарлыҡтар юҡ. Прививка яһатыуға “Башнефть”, тау сәнәғәте, эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары кеүек эре ойошмалар коллективтары ҡушылды.
Фото "Башинформ"дан алынды.