0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 17:24

Гүзәл зат мәнфәғәтен ҡайғыртып

Бөгөн Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы әүҙем йәмәғәтселәрҙе түңәрәк өҫтәл артында бик йөкмәткеле һәм файҙалы һөйләшеүгә йыйҙы.

Бөгөн Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы әүҙем йәмәғәтселәрҙе түңәрәк өҫтәл артында бик йөкмәткеле һөйләшеүгә йыйҙы. Унда ҡатнашыусылар 2017-2022 йылдарға ҡатын-ҡыҙҙар мәнфәғәтендә эш итеүҙең милли стратегияһы республикабыҙҙа нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерә. Был документ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 7 декабрендәге ҡарары менән раҫланғайны. Стратегияны булдырыу идеяһы 2015 йылда Санкт-Петербургта үткән Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумында әйтелде. Һәм был башланғыс Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан хуплап ҡабул ителде.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын һаҡлау өсөн шарттар тыуҙырыу, гүзәл заттың иҡтисади хәлен яҡшыртыу, уларҙың һөнәри белем алыуы өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеү, ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыуға ҡаршы саралар күреү, уны ижтимағи-сәйәси тормошта әүҙемерәк ҡатнашыуға йәлеп итеү – түңәрәк өҫтәл артында әлеге мәлдә ошо мәсьәләләр буйынса йәнле фекер алышыуҙар бара. Улар Стратегияны тормошҡа ашырыуҙың төп йүнәлештәре булып тора.
Сарала журналыбыҙҙың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның да ҡатнашыуын билдәләп китәбеҙ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: