+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 19:58

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

Махсуслаштырылған медицина ярҙамы һәм ойоштороу-методик, консультатив ярҙам күрһәтеүҙе еңелләштереү маҡсатында Республика кардиология үҙәге белгестәре Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларына сыҡты. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Махсуслаштырылған медицина ярҙамы һәм ойоштороу-методик, консультатив ярҙам күрһәтеүҙе еңелләштереү маҡсатында Республика кардиология үҙәге белгестәре Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларына сыҡты.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Сара “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш” төбәк проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Республика кардиология үҙәге етәксеһе Ирина Николаева әйтеүенсә, табиптар ҡабул итеү мәлендә пациенттарға өҫтәмә тикшереүҙәр билдәләй, кәңәштәр бирә, кәрәк булһа, Республика кардиология үҙәгенә госпитализацияға оҙата. Әйтәйек, юғары категориялы кардиологтар Флүрә Туҡтарова менән Нэлли Гәрәева Саҡмағош районында – 40, Ҡырмыҫҡалыла – 30, Дәүләкәндә 38 кешене ҡараған.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, белгестәр Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Ғафури, Саҡмағош, Асҡын, Балтас, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Федоровка, Ейәнсура райондары, Сибай, Бөрө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары халҡын ҡабул иткән. Барыһы 563 кешене ҡарағандар.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: