+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 12:55

“Ҡашҡаҙан” иң матур парк буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы “Ҡашҡаҙан” паркын төҙөкләндереү барышы менән танышты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы “Ҡашҡаҙан” паркын төҙөкләндереү барышы менән танышты.
Подряд ойошмаһы вәкиле әйтеүенсә, паркка исем биргән күлде тулыһынса беренсе тапҡыр таҙартҡандар. Уны башта киптергәндәр, яҡынса 40 мең йөк машинаһы ләм, бысраҡ һәм көнкүреш сүбен сығарғандар, төбөн тәрәнәйткәндәр. Күлдең иң тәрән тәрән урыны дүрт метрға ҡәҙәр етәсәк. Һыу кимәлен һаҡларға ярҙам итеүсе балсыҡ һарай буласаҡ.
Яҡындағы шәхси секторҙан төшкән бысраҡ һыуҙар күл экологияһына хәүеф тыуҙырған, уның санитар торошон насарайтып, һыуҙың төрлө паразиттар менән зарарланыуына килтергән. Төҙөкләндереү сиктәрендә күл тирәләй таҙартыусы экран һәм ағын һыу канализацияһы ҡуйғандар.
Башҡорт дәүләт университетының экология һәм йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге кафедраһы профессоры Айрат Ишбирҙин, яңыртылған күлдә һыу таҙа буласаҡ, был иһә экосистеманы һәм биологик төрлөлөктө тергеҙеүгә ярҙам итәсәк, тип ышана.
– Беҙҙең төрлө варианттар бар ине. Ләкин дөрөҫ ҡарар ҡабул иттек, тип һанайым. Бының менән ғорурланам. Эйе, күлде таҙартыуға күп аҡса сарыф иттек, әммә ул тағы илле йыл тирәһе таҙа буласаҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Унан 400 мең кубометр бысраҡ сығарҙыҡ. Һыу инергә мөмкин булған, экологик саф күл булдырабыҙ. Халыҡтың ҡуйған талабы шулай. Бөгөн экологияға ҙур иғтибар биреү зарур.
Төҙөлөш майҙанында Радий Хәбиров ҡала хакимиәте һәм подряд ойошмаһы вәкилдәре менән ”Ҡашҡаҙан” паркын артабан төҙөкләндереүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Төбәк етәксеһе парктың халыҡ мәнфәғәттәренә яуап бирергә тейешлеген билдәләне. Бында көслө спорт блогы бар ҙа инде. Балалар майҙансығын яңыртырға, велосипедсылар һәм йәйәүлеләр өсөн айырым юлдар һалырға, уңайлы пляж, ял урындары булдырырға кәрәк. Мәҫәлән, йәйен – кәмәләр һәм катамарандарҙы прокатҡа биреүсе яхта клубы, ҡышын каток эшләй ала.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, паркта кәмендә ике ресторан булырға тейеш. Шулай уҡ оркестр майҙансығы йыһазландырырға ниәтләйҙәр. Күл уртаһына елкәнле карап макеты ҡуясаҡтар.
– “Ҡашҡаҙан” паркы Рәсәйҙә һыу буйында урынлашҡан иң яҡшы парк булырға тейеш. Сөнки ошо күл кеүек уникаль тәбиғәт объекты бер ҡалала ла юҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Грековҡа, 2021 йылдың 11 октябренә – Республика көнөнә яңыртылған “Ҡашҡаҙан” паркы халыҡты ҡабул итергә әҙер булырға тейеш, тип ҡушты.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: