-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2021, 01:36

Мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын тикшереү бара

Өфө мәктәптәрендәге ашханала туҡланыу рационына дегустация үткәрелде. Баш ҡаланың 121-се һанлы гимназияһындағы төшкө аштың сифатын республика мәғариф министры Айбулат Хажин һәм ата- әсәләр тәмләп ҡараны.

Өфө мәктәптәрендәге ашханала туҡланыу рационына дегустация үткәрелде. Баш ҡаланың 121-се һанлы гимназияһындағы төшкө аштың сифатын республика мәғариф министры Айбулат Хажин һәм ата- әсәләр тәмләп ҡараны.
Мәктәпкә сәфәре барышында ҡунаҡтар химия, информатика, физкультура дәрестәрендә булды, бер юлы мәктәп ашханаһында туҡланып, төшкө аштың сифатын тикшерҙе.
Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, республикала икенсе көн "Асыҡ ишектәр көнө"уҙғарыла. Унда теләгән һәр кем ҡатнашып, мәктәптәрҙә балаларға нимә аштҡандарын тикшерә ала.
-Дегустацияға бирелгән барлыҡ аҙыҡ-түлек тә тулыһынса менюға тура килә. Ул мәктәп тарафынан раҫлана һәм санитар- эпидемиологик талаптарҙан сығып төҙөлә. Ашханалағы меню уҡыусыларҙың йәшенә ҡарап, сәләмәт туҡланыуға таяна, -тине ведомство етәксеһе.
Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев мәктәп ашханаһында ата- әсәләр күҙәтеүен көсәйтеүҙе тәҡдим итте. Унда аш төрҙәрен фотоға төшөрөү, тәҡдим ителгән меню менән сағыштырыу, мониторинг үткәреү кеүек тәҡдимдәр яңғыраны.
Билдәле булыуынса, мәктәп туҡланыуын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров контролдә тота. Ул һуңғы йылдарҙа туҡланыуҙың сифатына бәйле ялыуҙар күп тип билдәләне һәм был мәсьәлә менән шәхсән ҡыҙыҡһынып торасағы хаҡында белдерҙе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: