+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2021, 19:05

Изге эшкә дәртләндерер “Атайсал”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Атайсал" проектын башлап ебәреүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Республикала ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең үҙ яҡташтарына, кесе Ватанына ярҙам итеү системаһы булдырыла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Атайсал" проектын башлап ебәреүгә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Республикала ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең үҙ яҡташтарына, кесе Ватанына ярҙам итеү системаһы булдырыла.
Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: был проект идеяһы тураһында Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә Ишембай районының Һайран ауылына барған саҡта әйткәйне, ул тыумышы менән шул ауылдан. Һуңыраҡ журналистар менән осрашҡанда ул яҡташтарҙың тыуған яғына ярҙам итеүе буйынса йәмәғәт программаһын башларға ниәтләүен белдерҙе.
– Беҙҙә бәләкәй ауылдарҙан һәм ҡалаларҙан сыҡҡан уңышлы кешеләр бик күп. Уларҙың үҙ кесе Ватанына өҫтәмә ярҙам күрһәтеүе урындарҙа тормошто һиҙелерлек үҙгәртер ине, – тине Радий Хәбиров, кәңәшмәне асып. – Күп эшҡыуарҙарҙың һәм бай кешеләрҙең былай ҙа булышлыҡ итеп тороуын беләм, тик беҙ был эште системалаштырырға теләйбеҙ. “Атайсал” проекты шул маҡсатта булдырыла ла инде. Был һис кенә лә дәүләт хәл итергә тейешле проблемаларҙы ул кешеләр иңенә һалырға тырышыу түгел. Был – күңел ҡушыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларына, мәктәптәренә, балалар баҡсаларына, спорт секцияларына ярҙам итеүсе кешеләргә уңайлыраҡ шарттар тыуҙырырға ынтылыу.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итеүенсә, республикабыҙҙың Һанлы үҫеш министрлығы ярҙамында проекттың рәсми сайты булдырылған. 1 мартҡа тиклем сайт тест режимында эшләй. Һәр кем, унда инеп, кәрәкле ауыл-ҡаланы һайлап, тыуған яғына күрһәтергә теләгән ярҙам төрөн йәки тормошҡа ашырырға теләгән проектын тәҡдим итә ала.
– “Атайсал”дың эшләй башлауы өсөн әле иң уңайлы ваҡыт, – тине Урал Килсенбаев. – Был йәйге төҙөлөш мәлендә мөмкин тиклем күберәк хәйриә башланғыстарын ғәмәлгә ашырыр өсөн кәрәк.
Радий Хәбиров проектты хупланы һәм уңышлы яҡташтарыбыҙҙы, шул иҫәптән Башҡортостандан ситтә ғүмер итеүселәрҙе лә, унда ҡатнашырға саҡырҙы.
– Атайсал” проектының “төҙөлөш” өлөшөн тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса көҙөн “Яҡташлыҡ көсө” тип аталған ҙур форум үткәрергә тәҡдим итәбеҙ, – тине Урал Килсенбаев.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: