-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 14:20

“Юлдың яртыһын үттек”

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлөүсе күперҙең яртыһы – 688 метрҙың 330-ы һалынған. “Юлдың яртыһын үттек, тиергә була", – тип билдәләп китте был турала республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлөүсе күперҙең яртыһы – 688 метрҙың 330-ы һалынған. “Юлдың яртыһын үттек, тиергә була. Былтыр августа ғына төҙөүселәр домкраттар ярҙамында һәр ҡайһыһының ауырлығы 1,5 мең тонна булған ғәйәт ҙур конструкцияның тәүге сантиметрҙарын күсергәйне. Хәҙер улар ҡоролманың сираттағы – алтынсы этабын төҙөүҙе тамамланы”, – тип яҙҙы был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ул шулай уҡ Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юл айырсаһын реконструкциялау дауам ителеүен әйтеп китте.
“Уны билдәләнгән ваҡыттан алда – 2021 йылдың 1 сентябренә тамамлаясаҡбыҙ. 2021 йылдың октябрендә яңы күперҙе асыу менән баш ҡалабыҙҙың көньяҡ ҡапҡаларынан транспорт үтеү мөмкинлеге күпкә артасаҡ”, – тине Радий Хәбиров.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: