Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Рәсәй Почтаһы хеҙмәткәрҙәренә яңы автомобиль асҡыстарын тапшырҙы. Үткән йылдан алып почтаның автопаркы 35 процентҡа яңырған.
Почта хеҙмәткәрҙәренә LADA Largus һәм ГАЗель Соболь маркалы 23 автомобиль тапшырылды. Иртәгәнән улар республиканың бөтә мөйөштәренә лә матбуғат баҫмалары, пенсия һәм пособиелар, көндәлек тауарҙар алып китәсәк.
LADA Largus автомобилдәренең бер өлөшө курьер хеҙмәтендә эшләйәсәк. Үткән йылда Рәсәй Почтаһының курьер хеҙмәте Башҡортостанда 200 меңдән ашыу экспресс заказ менән ебәрелгән әйберҙе халыҡҡа алып барып еткергән. Һуңғы өс йылда бындай заказдарҙың күләме 1,5 тапҡыр артҡан.
Тулы приводлы ГАЗель Соболь автомобилдәре бигерәк тә ауыл ерендә күп файҙа килтерер, улар иҫке УАЗиктарҙы алмаштырыр.
– Почта республика тормошонда мөһим социаль һәм иҡтисади урын биләй. Хаҡлы ялдағыларҙың 40 проценты пенсияларын өйөндә, почта бүлексәһе аша ала. Почта интернет аша сауҙаның үҫешенә лә булышлыҡ итә, пандемия шарттарында был айырыуса көнүҙәк. Почтаның автомобиль паркын яңыртыу республиканың бәйләнештәрен көсәйтер, һатыусылар һәм һатып алыусылар, дәүләт һәм халыҡ араһында бәйләнеште яҡшыртырға булышлыҡ итер, – тине Илшат Тажетдинов.
Республиканың почта селтәре элемтә бүлексәләре һаны буйынса Рәсәйҙә иң ҙуры булып тора. Бында 9,5 мең кеше эшләй, почта маршруттары оҙонлоғо 50 меңдән ашыу саҡрым тәшкил итә.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.