+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 13:32

“Тормоштан артта ҡалмай” ололар

Нефтекама ҡалаһында “Компьютерҙа эшләргә өйрәнеү курстары” ойошторолған. “Благодать” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы менән Үҙәк китапхана системаһы берлектә ойошторған проект 2021 йылда президент гранттары конкурсында еңеп сыға.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Нефтекама ҡалаһында “Компьютерҙа эшләргә өйрәнеү курстары” ойошторолған. “Благодать” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы менән Үҙәк китапхана системаһы берлектә ойошторған проект 2021 йылда президент гранттары конкурсында еңеп сыға.
“Компьютерҙа эшләргә өйрәнеү курстары” проекты оло йәштәге кешеләргә “тормоштан артта ҡалмаҫҡа”, ваҡытын сифатлы һәм ҡыҙыҡ итеп файҙаланырға, шәхси һәм социаль статусын тергеҙергә ярҙам итә, тип белдерә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Мәсьәләнең көнүҙәк булыуын иҫәпкә алып, “Компьютерҙа эшләргә өйрәнеү курстары” проектын булдырҙыҡ. Был йүнәлештә эшләү тәжрибәбеҙ ҙур, уҡыу программалары әҙер, бинабыҙ бар. Белгестәребеҙ ярҙамында оло йәштәгеләр интернет-магазиндарҙан әйберҙәр һатып алырға, дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә, өйөнән сыҡмай ғына поликлиникаға яҙылырға, ҡала дарыуханаларынан арзаныраҡ дарыу эҙләп табырға һ.б. өйрәнер”, – ти Үҙәк китапхана системаһы директоры вазифаһын башҡарыусы Ольга Князева.
Проект буйынса ике айҙа 39 кешене компьютер серҙәренә төшөндөрөргә ниәтләнәләр.
Проект “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: