+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 17:34

Ғүмерҙәрҙе өҙә-өҙә сигенә сир

Коронавирус ғүмерҙәрҙе өҙә-өҙә сигенә: һуңғы тәүлектә унан тағы дүрт яҡташыбыҙ вафат булған.

Коронавирус ғүмерҙәрҙе өҙә-өҙә сигенә: һуңғы тәүлектә унан тағы дүрт яҡташыбыҙ вафат булған. Афәтле сирҙән донъя ҡуйыусылар 269 булып китте.
26 февралгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 28 305 осрағы теркәлгән. Үткән тәүлектә инфекция 140 ауырыуҙа асыҡланған.
Әле стационарҙарҙа 236 сырхау был шәфҡәтһеҙ сиргә ҡаршы көрәшә, ауыр хәлдәге 16-һы – реанимацияла, етәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор дауаланыусылар – 5 285.
Тәүлек эсендә COVID-19 вирусын еңеүгә өлгәшкән 183 кеше стационарҙан ҡайтҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 22 515.
Дауахананан тыш пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: аҙаҡҡы тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 178 ауырыуға ҡуйылған. Унан сәләмәтләнеүселәр – 190.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: