-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 22:09

Башҡортостан Санкт-Петербургтың цифрлаштырыу өлкәһендәге тәжрибәһен файҙаланасаҡ

Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов менән осрашты. Улар IT, медицина һәм ҡалаға идара итеү технологиялары өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Башҡортостан өсөн Санкт-Петербургтың цифрлаштырыу өлкәһендәге бай тәжрибәһе ҡыҙыҡлы. Беҙ әле Төбәк менән идара итеү үҙәген булдырабыҙ һәм Санкт-Петербург белгестәренең иң яҡшы тәжрибәһен үҙебеҙҙә файҙаланырға теләр инек, – тине Андрей Назаров.
Александр Беглов, был өлкәләге хеҙмәттәшлек Башҡортостанға төбәкте цифрлаштырыу буйынса үҙ пландарын уңышлы тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тигән ышаныс белдерҙе.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ туризм өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләһен дә тикшерҙе, сөнки Санкт-Петербург та, Башҡортостан да Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән күп туристарҙы йәлеп итә.
Александр Беглов Петербургтың Башҡортостан менән конструктив диалог ҡорорға әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Беҙ – күптәнге дуҫтар. Башҡортостан блокада ваҡытында ленинградтарҙы ҡабул итте. Республикала бөгөн дә ветерандарға, блокадасыларға ярҙам итәләр, – тип билдәләне ул.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: