+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 12:15

"Айыҡ ауыл" республика конкурсына 54 ауыл дәғүә итә

Өфөлә "Айыҡ ауыл-2020" республика конкурсының финалға сығыусыларын билдәләйҙәр. Бөгөн бәйгелә ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын яҡлаясаҡ. "Айыҡ ауыл" исеменә 54 биләмә дәғүә итә.

Өфөлә "Айыҡ ауыл-2020" республика конкурсының финалға сығыусыларын билдәләйҙәр. Бөгөн бәйгелә ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын яҡлаясаҡ. "Айыҡ ауыл" исеменә 54 биләмә дәғүә итә.
Тәүге ете конкурсант- Әлшәй, Архангель, Асҡын, Ауырғазы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай райондары баһалама ағзаларына үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте. Сара Дәүләт- Йыйылышы Ҡоролтай залында үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, "Айыҡ ауыл" конкурсы бөтә кешеләрҙе берләштереп, уларҙың ижади әүҙемлеген күрһәткән сара.
-Конкурс сиктәрендә ауылдарҙа ҡыҙыҡлы саралар үткәрелгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен йылда, традицион ойоштороу ҡарар ителгән.
Балаҡатай районы делегацияһы берҙәм формала сығыш яһаны. Түбәнге Үтәш ауылы халҡы конкурстың логотибы менән буклеттар, баннерҙар, футболкалар әҙерләгән. Улар бәйгенең муниципаль этабында ышаныслы еңеү яулаған.
-Әгәр ҙә беҙ республика этабында еңеү яулаһаҡ, спорт майҙансыҡтары өсөн ҡорамалдар, тренажерҙар һатып аласаҡбыҙ, -тине ауыл биләмәһе башлығы Розалия Дилмәхәмәтова.
Районда ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы эш алып барылған. Төбәктә шулай уҡ социаль- профилактика үҙәге һөҙөмтәле эшләгән. Уның маҡсаты - ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләр, ауыр үҫмерҙәр менән эшләү.
Бәләбәй районының Надеждино ауылындағы кибеттәрҙә хатта һыра ла һатылмай. Ауылдың тарихы билдәле рус яҙыусыһы Сергей Аксаков менән бәйле.
Асҡын районының хакимиәт башлығы Ришат Дихин билдәләүенсә, төбәк муниципаль еңеүселәренә үҙ призын булдырған. Район конкурсында алдынғы урынға сығыусыға 200 мең, ике бәләкәй ауылға аҡсалата приздар бирелгән. Конкурстың республика этабында балыҡсы ырыуы вәкилдәре- Урмияза ауылы ҡатнаша.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: