+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 12:23

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нисек тормошҡа ашырыла?

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 2021 йылға милли проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 2,243 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙың 1,475 миллиард һумы – федераль бюджеттан, 0,767 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан бүленә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 2021 йылға милли проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 2,243 миллиард һум тәшкил итә. Уларҙың 1,475 миллиард һумы – федераль бюджеттан, 0,767 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан бүленә.
“Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” проекты буйынса “Ансат” вертолетында 84 санитар авиация осошо планлаштырылған.
“Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш” проекты сиктәрендә 2021 йылда 8 медицина ойошмаһын медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу ҡаралған. Федераль бюджет аҡсаһына 30 берәмек медицина ҡоролмаһы алына. БР бюджеты аҡсаһына 3 медицина ойошмаһына 148 берәмек йыһаз алыу ҡаралған. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары артыуын һәм өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү өсөн дарыуҙар алынасаҡ.
“Онкология ауырыуҙары менән көрәш” проекты буйынса федераль ҡаҙна иҫәбенә 5 медицина ойошмаһы йыһазландырыла. 10 берәмек медицина ҡорамалы алынасаҡ.
2021 йылда ҙур күп профилле дауаханалар нигеҙендә 5 Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге ойошторолған. Башҡортостанда барыһы 13 Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эшләйәсәк. Был үҙәктәргә БР бюджеты иҫәбенән 14 берәмек йыһаз алынасаҡ.
“Балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең заманса инфраструктураһын булдырыуҙы индереп, балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү” проекты буйынса балалар поликлиникаларында капиталь ремонт үткәрелә.
“Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы (ЕГИСЗ) нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” проекты буйынса 122 медицина ойошмаһына фельдшерҙарға эшләү өсөн ноутбуктар, принтерҙар, планшет компьютерҙары, мәғлүмәтте һаҡлау саралары алынасаҡ. Табиптар өсөн автоматлаштырылған эш урындары яңыртыласаҡ.
“Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү” проекты буйынса 2021 йылда ауыл еренә эшкә барған медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам программалары, маҡсатлы белем биреү тураһында килешеү нигеҙендә уҡығандарға социаль ярҙам саралары эше дауам ителә.
“Медицина хеҙмәте экспортын үҫтереү” проекты буйынса медицина учреждениелары тарафынан Рәсәй экспорт үҙәге платформаһында, Made in Russia порталында урынлаштырыу өсөн презентация материалдары һәм видеояҙмалар әҙерләнгән. Рәсми сайттарҙа инглиз, ҡытай, ҡаҙаҡ телдәрендә “Медицина туризмы” ҡушымталары булдырылған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: