-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2021, 19:54

Ҡаңлылар йыйыны Бүздәктә үтте

Бөгөн Бүздәк районында Ҡаңлы ырыуы вәкилдәре йыйылды. Йыйынға 91 делегат килде. Улар ырыу тарихын барлау, күренекле шәхестәрен иҫкә алыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, киләсәккә ниәттәр ҡороу өсөн бергә тупланды. Сара Башҡорт тарихы йылы һәм “Шәжәрә” Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә үткәрелә.

Бөгөн Бүздәк районында Ҡаңлы ырыуы вәкилдәре йыйылды. Йыйынға 91 делегат килде. Улар ырыу тарихын барлау, күренекле шәхестәрен иҫкә алыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, киләсәккә ниәттәр ҡороу өсөн бергә тупланды. Сара Башҡорт тарихы йылы һәм “Шәжәрә” Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә үткәрелә.
Ҡаңлы ырыуы вәкиле, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева видеояҙма аша яҡташтарына ҡотлау менән мөрәжәғәт итте, поэмаһынан өҙөк уҡып ишеттерҙе. Артабан ырыу хәрәкәте ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе, Шәйехзада Бабич нәҫеленән булған Нәфирә Иҡсанова, Благовар районы вәкиле Элиза Шәфиева, Бүздәк районының тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Алина Дулатова, Ҡаңлы-Төркәй ауылынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Сәғәҙиева, Бүздәктән Зилә Мостафина, Кушнарендан Илүзә Хәммәҙиева, Туймазынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Рафаэль Ситдиҡов, Мишкә районынан Мөнир Нурисламов, Дүртөйлө районынан Мәүлимә Мөфтиевалар төрлө темаларға сығыш яһаны.
Делегаттарҙың докладтарынан һуң Ҡаңлы ырыуының гербы, гимны, совет составы раҫланды.
Ҡаңлы ырыуы советының рәйесе итеп Ҡаңлы-Төркәй ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Ғәли Шәғәлиев һайланды.
Йыйын һуңында резолюция ҡабул ителде, төп ҡарарҙарға түбәндәгеләр инде:
- Башҡорт халҡының милли үҙенсәлеген, телен һаҡлауҙы төп бурыс итеп алырға, милләт хаҡында хәстәрлек күрергә;
- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Муллайән Халиҡов исемендәге дәүләт премияһы булдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итергә;
- Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында уҡыу әсбаптары сығарырға;
- Ошо уҡ диалект нигеҙендә балалар баҡсаларында яңы төркөмдәр тупларға;
- Урындағы тыуған яҡты өйрәнеүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға;
- Тамырҙарҙы өйрәнеү маҡсаты менән Шәжәрә байрамдары ойошторорға;
- Халиҡовтар араһының шәжәрә байрамын үткәрергә;
- Ҡаңлы ырыуы йәштәрен республика кимәлендә үткән ҙур сараларға, форумдарға йәлеп итергә;
- Сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән спорт саралары уҙғарырға;
- Ырыуҙың үҙ сайтын, мәғлүмәт майҙанын булдырырға;
- Күренекле шәхестәр исемлеген раҫларға;
- 112-се башҡорт дивизияһы сафында һуғышҡан Ҡаңлы ырыуы башҡорттарының исемдәрен мәңгеләштерергә;
- Ата-әсәләр менән башҡорт телен һайлап уҡытыу йәһәтенән аңлатыу эшен көсәйтергә;
- Бүздәк районы продукциялары нигеҙендә башҡорт кухняһының брендын булдырырға;
- Ҡаңлы ырыуының коммерция булмаған ойошмаһын төҙөргә.
Йыйын һуңында ғәҙәттәгесә штандарт тапшырыу үтте. Эстафетаны Баҡалы районы хакимиәте вәкилдәре ҡабул итеп алды, тимәк, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йыйынын киләһе булып Йүрми ырыуы ойошторасаҡ.
Фото “Бүздәк яңылыҡтары” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөнән алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: