+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 19:03

Юлдарҙа хәлдәр хәтәр

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика юлдарындағы хәлдәр тураһында кәңәшмә үткәрҙе. Унда профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, республика Башлығы Хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика юлдарындағы хәлдәр тураһында кәңәшмә үткәрҙе. Унда профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, республика Башлығы Хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская һуңғы көндәрҙә юл темаһына бәйле мөрәжәғәттәрҙең ҡапыл артыуы тураһында белдерҙе. Быға һауа шарттарының ҡатмарлашыуы, юл хеҙмәттәренең һәм муниципалитеттарҙың трассаларҙы тейешенсә таҙартмауы сәбәпсе.
– 8 – 25 февралдә “Инцидент менеджмент” системаһы юлдар таҙартылмауына, яҡтыртҡыстар булмауына бәйле 406 мөрәжәғәт теркәгән. Кешеләр трассаларҙа ҡамалып ҡалыуға, бер ергә лә шылтырата алмауға, бензин бөтөүгә, һалҡын булыуға зарлана. Магистралдәрҙә, айырыуса федераль әһәмиәттәгеләрендә, көттөрөп булһа ла шылтыратыуҙарға яуап килһә, Благовар районының Күллеҡул һәм Өйҙөрәкбаш ауылдары араһындағы юлда булған хәл үтә аяныслы. Ике кеше төнө буйы ярҙам көткән, һөҙөмтәлә уларҙы урындағы тракторсы ҡотҡарған. Ниңә шулай булған – асыҡларға кәрәк, – тине Елена Прочаковская. – Ҡайһы берәүҙәр тротуарҙарҙы ҡар күмеүгә зарлана. Йәйәүлеләр машина юлынан йөрөргә мәжбүр, был фажиғәгә сәбәпсе була.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев белдереүенсә, 23-24 февралдә көслө буран арҡаһында республикала 11 юл фажиғәһе булған, уларҙа 19 кеше зыян күргән. 112 системаһына юлда ярҙам һораған 1043 хәбәр килгән, 289 осраҡта автомобилдәр хәрәкәтен үҙ аллы дауам итә алмаған. Эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары хеҙмәткәрҙәре 41 кешене, шул иҫәптән өс баланы эвакуациялаған.
Алан Марзаев әйтеүенсә, 2021 йыл башынан алып республика юлдарында 410 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Был үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда 28 процентҡа кәмерәк.
Радий Хәбиров юлдағы хәлдәрҙе яйға һалыу йәһәтенән ҡәтғи саралар күрергә ҡушты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 28 февралдә Ауырғазы районында булған ҙур авария буйынса фекер алышты.
– Бөтә юлдар ҙа фото- һәм видеотеркәү комплекстары менән тәьмин ителергә тейеш. 1 сентябргә тиклем федераль трассаларға кәмендә 100 камера ҡуйырға тейешһегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
“Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юланов республиканың көньяғында көслө буран сығыуы арҡаһында юлдарҙы ҡар ҡаплауы, шуға бәйле предприятие филиалдарының тәүлек әйләнәһенә эшләүе тураһында һөйләне. 23 февраль кисендә – 600-ҙән ашыу махсус машина, ә юл төҙөү-төҙөлөш идаралыҡтарындағы техниканы иҫәпкә алғанда, 922 берәмек машина йәлеп ителгән.
Радий Хәбиров юл хеҙмәттәренең ваҡытында сара күрмәүен билдәләне һәм предприятиеның эшен һөҙөмтәле ойошторорға ҡушты.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: