-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 13:42

Ҡышҡы һалҡындарҙа үлем осраҡтары бар

Сатлама һалҡындар кешеләрҙең вафатына ла килтерҙе. Әлшәй районының Шафран ауылында үҙ йортоноң подвалында 1952 йылғы ҡатын һәләк булған. Уның һалҡында туңып бөткән кәүҙәһен 23 февраль, байрам көндө табып алғандар.

Тәфтиш органдарының мәғлүмәттәре буйынса, өйҙәге йылытыу системаһы сафтан сығыу сәбәпле, ҡатын торбаларын үҙе йылытырға тырышҡан. Ҡыҙғанысҡа, ул һәләк булған.
Шулай уҡ йылытыу приборҙары ҡуйыуҙағы һаҡһыҙлыҡ янғындарҙың сәбәпсеһе. Шундай фажиғәле осраҡтар Дәүләкән районында теркәлгән.
Эсеп йөрөгән йә иһә амораль тормош алып барған кешеләр өсөн дә сатлама һыуыҡтар фажиғәғә килтерә.
Февраль урталарында Өфөнөң Шәфиев урамындағы соҡорҙа 16 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табылғайны. Туғандарының билдәләүенсә, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән үҫмер һуңғы осорҙа наркотиктар ҡулланған, күп ваҡытын насар компанияла үткәргән. Уның соҡорҙа туңып үлеүе лә ошо алама ғәҙәттәрҙең шауҡымылыр тигән һығымта яһата.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в