+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 20:59

Йәнә коронавирус хаҡында...

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 28 165 тәшкил итә. Үткән тәүлектә мәкерле сир 141 сырхауҙы аяҡтан йыҡҡан.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 28 165 тәшкил итә. Үткән тәүлектә мәкерле сир 141 сырхауҙы аяҡтан йыҡҡан.
Бөгөнгө көндә инфекцияны еңел үткәреүсе 5 332 ауырыу өйөндә дауаланһа, 236-һы стационарҙа ята, шуларҙың 15-е ауыр хәлдә, һигеҙе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алырға мәжбүр.
Тәүлек эсендә 234 кеше, вирустан ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Аяуһыҙ сирҙе еңеүгә өлгәшеүселәр төбәгебеҙҙә йәмғеһе 22 332 иҫәпләнә.
Аҙаҡҡы тәүлектә, үкенескә күрә, афәт тағы өс ғүмерҙе өҙгән. Республикала коронавирус ҡорбандары хәҙер 265-кә еткән.
Дауахананан тыш пневмония хаҡында һүҙ алып барһаҡ, был сир кисәле-бөгөнлө 198 сырхауҙа асыҡланған, шул уҡ ваҡытта унан һауығыусылар – 157.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: