+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 19:23

“Вертолетты һөҙөмтәле файҙаланығыҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин санитар авиация эше тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин санитар авиация эше тураһында һөйләне.
2020 йылда махсус медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған “Ансат” вертолеты федераль бюджеттан бирелгән субсидия иҫәбенә 97 тапҡыр осош яһаған һәм 97 пациентты эвакуациялаған. Улар араһында юл-транспорт фажиғәһенә осрағандар ҙа булған.
2021 йылға 121 осош планлаштырылған. Йыл башынан вертолет туғыҙ пациентты эвакуациялаған, уларҙың икеһе – балалар.
Башҡортостан Башлығы осоштар һанын аҙ тип һанауын белдерҙе.
– Һеҙ бүленгән вертолетты һөҙөмтәле файҙаланмайһығыҙ. Уның ярҙамында күберәк ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡалып була. Был мәсьәләне өйрәнегеҙ. Осоштар һанын арттырырға кәрәк, бигерәк тә барып етеүе ауыр һәм төпкөл урындарға, – тине Радий Хәбиров.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: