0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 17:49
Ковидтан прививка яһатыусылар арта
Республикала коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина эшләтеүселәр көндән-көн арта.
Республикала коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны көндән-көн арта.
25 февралгә ҡарата Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 73 442 кеше уның беренсе компонентын алған. Шуларҙың 16 012-һенә препараттың икенсе компоненты яһалған.
Башҡортостанға “Гам-Ковид-Вак” вакцинаһының (“Спутник V”тең сауҙа маркаһы) йәмғеһе 113 592 дозаһы килгән. Ҡала-райондарыбыҙҙа вакцинациялау буйынса 97 пункт эшләй.
Коронавирустан прививка яһатыу өсөн түбәндәге юлдар менән яҙылырға мөмкин:
–Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша;
–“Табипҡа”мобиль ҡушымтаһы йәки
https://doctor.bashkortostan.ru/
республика сайты буйынса;
–колл-үҙәктең берҙәм телефон номерҙарына шылтыратып (1301 һәм 112);
–поликлиникағыҙ регистратураһында;
–Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә (347) 218-19-19 телефоны буйынса.
Белешмә. “Спутник V” вакцинаһы 25-тән ашыу илдә теркәлгән дә инде. Тикшереүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, уның һөҙөмтәлелеге 91,6 процент тәшкил итә.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:
Альмира Кирәева
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла