Бөгөн, 25 февралдә, Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Өс төҫтән торған, уртаһында стилләштерелгән ҡурай сәскәһе төшөрөлгән флаг Башҡортостан дәүләтселеге нигеҙләнгән рухи таяныстарҙы сағылдыра. Йәшел төҫ – азатлыҡты, йәшәйештең мәңгелеген; аҡ төҫ – республика халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, асыҡлығын, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; күк төҫ – уларҙың уй-ниәттәренең изге булыуын, сафлығын белдерә. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы, риүәйәт буйынса, Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.
Ошо иҫтәлекле көн уңайынан республикала йәшәүселәрҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тәбрикләне. “Башҡортостандың Дәүләт флагында символик рәүештә сағылған рухи ынтылыштар республикабыҙҙың артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләһен. Ә Башҡортостанда йәшәүсе һәр кешенең үҙ тыуған иле менән ғорурланыуын теләйем! Сәләмәтлек, тыныс, имен тормош һәм уңыштар һеҙгә!” – тине ул үҙенең ҡотлау һүҙендә.