+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 14:44

Юлдарҙа авариялар,тығындар теркәлә, кешеләр буранда ҡамала

23 февраль- Ватанды һаҡлаусылар байрамы ҡыштың сатлама һыуыҡтарына тура килде. Был көндәрҙә һауа температураһы көньяҡта урыны менән 42 градус һалҡынды күрһәтте, юлдарҙа буран, күреү һәләтлеге насарайыу сәбәпле күмәк машиналар ҡатнашлығындағы авариялар, кешеләрҙең юлда ҡамалып ҡалыу осраҡтары теркәлгән. Ҡотҡарыусылар, юлсылар өсөн тынғыһыҙ төн үтте.

Өфө-Ырымбур трассаһында бер юлы 15 машина бәрелешкән. Хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ автомобилдәр ҙә зыянланған, кешеләр араһында ҡорбандар юҡ. Авария арҡаһында трассала ҙур тығындар барлыҡҡа килгән. Әле килеп тыуған хәлде юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм эксперт хеҙмәттәре асыҡлай.
Шулай уҡ Благовар районының Күллекүл һәм Үҙрәкбаш ауылдары араһындағы юлда өс кеше буранда ҡамалып ҡалыуы билдәле булды. Улар сатлама һалҡында, машиналарын 10 сәғәткә яҡын көрттән сығара алмаған.
Хәбәр итеүҙәренсә, киске етелә юлға сыҡҡан ир көрт һалған юлда ҡамалып ҡала. Унан ул был турала ҡатынына хәбәр итә. Иптәше уға туғандары менән ярҙамға ашыға. Машинаны сығара алмағас, улар ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына хәбәр итә, әммә ярҙам Благовар районының ауыл советы яғынан килә. Кешеләрҙең ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янамай.
23 февраль төнө ҡотҡарыусылар барлығы 30 кешене ҡарлы әсирлекктән ҡотҡарған. Әбйәлил районында юлда ике оло пассажирҙан торған машинаны көрттән сығаралар. Төбәктә буран арҡаһында 50 машина ҡатнашлығындағы тығындар барлыҡҡа килә.
Сибайҙың ҡотҡарыусылары Сибай- Әлмөхәмәт юлында 15 кешене эвакуациялай. Ярҙам Баймаҡ, Көйөргәҙе районындарына ла кәрәк була. Был төн юл таҙартыусылар, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ҡотҡарыусылар өсөн бик хәүефле үтә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: